Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Август 2018, 12:53

Әлшәй районындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһе мөдире итеп Вәлиева Гөлназ Азат ҡыҙы тәғәйенләнде.

Башҡортостан Республикаһы “Ғаилә” көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһының Әлшәй районындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһе мөдире итеп Вәлиева Гөлназ Азат ҡыҙы тәғәйенләнде.

Башҡортостан Республикаһы “Ғаилә” көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһының Әлшәй районындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһе мөдире итеп Вәлиева Гөлназ Азат ҡыҙы тәғәйенләнде.

Г. А. Вәлиева 1980 йылда Әлшәй районының Сурай ауылында тыуған. 2007 йылда “Туған тел һәм әҙәбиәт” белгеслеге буйынса Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1998 йылда Бәләбәй педагогия училищеһын тамамлағандан һуң Октябрьский ҡалаһының 10-сы урта мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып башлай. 1999-2004 йылдарҙа Әлшәй районының Иҫке Аҡҡолай төп дөйөм белем биреү мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, өлкән вожатый булып эшләй. 2004-2011 йылдарҙа Шафран урта мәктәбендә башҡорт теле дәрестәре алып бара. 2013 йылда Әлшәй районының халыҡты комплекслы социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә (2015 йылда үҙгәртеп ойошторғандан һуң – Стәрлетамаҡ районы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы халҡын комплекслы социаль хеҙмәтләндереү үҙәге) социаль эш буйынса белгес итеп ҡабул ителә. 2017 йылда “Ғаилә” көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәгенең Әлшәй районындағы бүлексәһенә ғаилә менән эшләү буйынса белгес итеп күсерелә.
Читайте нас: