Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Август 2018, 12:19

Башҡортостанда хөкүмәт янғын һүндереү техникаһы һатып алыуға 59,5 миллион һум бүлгән

Тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәгендә уҙғарған тикшереүҙән һуң Башҡортостанда хөкүмәт янғын һүндереү техникаһы һатып алыуға 59,5 миллион һум бүлгән.

Үҙәктең бер станцияһы ла тейешле кимәлдә йыһазландырылмауы асыҡланған. 58 берәмек техника тулыһынса туҙған, өҫтәмә 4 автоцистерна, 24 төрлө ерҙән үтә алған бортлы автомобиль, 7 насос станцияһы, 7 авторемонт оҫтаханаһы, 8 бульдозер, 3 тәгәрмәсле трактор, 4 трейлер һәм башҡа ҡорамалдар талап ителә.

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса тәбиғәтте һаҡлау прокуроры төбәктең урман хужалығы министры исеменә асыҡланған боҙоуҙарҙы бөтөрөү тураһында күрһәтмә индергән. Был өлкәләге кире хәл тураһында республика Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа хәбәр ителгән. Һөҙөмтәлә төбәк хөкүмәте кәрәкле техника һатып алыу өсөн аҡса бүлгән, тип хәбәр иттеләр прокуратурала.

Читайте нас: