Башҡортостандың Бөрйән районында бөтә донъя умартасылары йыйыла. 18 августа бында «Бөрйән балы – башҡорт даны» халыҡ-ара этнофестивале үтә.
Республиканың Мәҙәниәт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, сара умартасылар араһында тәжрибә уртаҡлашыу, умартасылыҡ кәрәк-яраҡтарын һәм ҡорамалдарын етештереүселәргә һатыу баҙарын киңәйтеү мөмкинлеге бирәсәк.
Фестиваль сиктәрендә конкурстар үтәсәк, унда иң яҡшы солоҡсолар, умартасылар, шулай уҡ Башҡортостан биләмәһендә етештерелгән иң тәмле бал билдәләнәсәк.
Этнофестиваль программаһында милли спорт уйындары һәм ярыштар, халыҡ кәсептәре изделиеларын һәм умартасылыҡ продукттарын һатыу күргәҙмәһе уҙғарыу ҡаралған. Байрам ҡунаҡтарын башҡорт эстрадаһының йәш йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт көтә. Фестиваль асыҡ һауалағы дискотека менән тамамлана.
Халыҡ-ара бал этнофестивале урта рус бал ҡорто тоҡомоноң Бөрйән популяцияһын һаҡлау, солоҡсолоҡто һәм умартасылыҡты популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла.
Йыл һайын уҙғарылған халыҡ-ара этнофестиваленең ойоштороусылары – Башҡортостандың Мәҙәниәт, Ауыл хужалығы министрлыҡтары, республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты һәм Бөрйән районы хакимиәте.