Пенсия фондының төбәк бүлексәһендә аңлатыуҙарында, уларға пенсияны, элеккесә, ғаризаһыҙ ҡайтанан иҫәпләйәсәктәр. Фонд бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә, ҡайтанан иҫәпләүгә ғариза яҙырға кәрәкмәй. Һәр эшләүсе пенсионерҙың өҫтәмә күләме уҙған йылда уның өсөн эш биреүсе түләгән страховка иғәнәләре суммаһына бәйле төрлө була. Иң ҙур арттырыу 244,47 һум тәшкил итәсәк.
Август төҙәтмәһе – эшләүсе пенсионерҙар өсөн пенсияның берҙән-бер арттырылыуы. 2016 йылда Рәсәйҙә эшен дауам иткәндәр өсөн пенсия индексацияланмай. Ә бына бөтөнләй хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң тороп ҡалған индексациялар кире ҡайтарыла һәм пенсия арта. Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә бөтәһе 1,180 миллиондан ашыу пенсионер йәшәй, 200 меңдән ашыуы эшләүен дауам итә.