Әлшәй хәбәрҙәре
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июль 2018, 12:37

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе асалар: яңы хәрәкәт схемаһы һәм тиҙлекте сикләү

Бөгөн ремонтланған Ағиҙел күпере буйлап яңы хәрәкәт схемаһы иртәнге сәғәт биштә эшләй башлай.

«Ҡаланан иҫке күпер буйлап ике һыҙат буйынса сығырға мөмкин була. Әммә унан еңел транспорт ҡына үтә аласаҡ, йөк транспортына һәм автобустарға йөрөү тыйыла. Бынан тыш, күперҙә сәғәтенә 40 саҡрым тиҙлек сикләүе буласаҡ», — тип асыҡлыҡ индерҙе белгестәр.

Ингән ерҙә хәҙер махсус сикләү габарит ҡапҡалары һәм юл билдәре ҡуйылған. Күперҙә юл-патруль хеҙмәте экипаждары дежурҙа торасаҡ. Һыуыҡта Ағиҙел күперендә сикләүҙәр буласаҡ: улар тураһында киң мәғлүмәт саралары иҫкәртәсәк.

«Күрше яңы күперҙә теге йәки был йүнәлештә һыҙаттарҙы арттырыу мөмкинлеге менән реверсив хәрәкәт һаҡланасаҡ — өс һыҙат ҡаланан сығыуға һәм өс һыҙат — инеүгә», — тип билдәләне белгестәр.

Шул рәүешле, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың күперҙе ремонтлау буйынса йөкләмәһен юл хеҙмәткәрҙәре, Өфө хакимиәте, республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре үтәне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ағиҙел күперендә деталдәрҙең туҙыуы сәбәпле быйыл ҡышҡыһын йөк машиналарына хәрәкәт сикләнде, һуңынан транспорт өсөн юл тулыһынса ябылды.

Читайте нас: