Әлшәй хәбәрҙәре
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2018, 13:31

«Иҙел» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә

Өфөлә 16-17 ноябрҙә үтәсәк «Иҙел» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы.

«Иҙел» фестивале «Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы» тип иғлан ителгән 2011 йылда ойошторола. Сараның төп маҡсаты – Башҡортостандың һәм Татарстандың профессиональ халыҡ һәм академик вокал сәнғәтен һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте үҫтереү.

Конкурста ҡатнашыуға Рәсәй төбәктәренән һәм башҡа илдәрҙән йырҙарҙы башҡорт һәм татар телдәрендә башҡарыусы урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарының ижади бүлектәре студенттары һәм тамамлаусылары, шулай уҡ вокал һәм вокал-музыка ҡоралдары ансамблдәре саҡырыла.

Ҡатнашыусыларҙың йәше йәшәү урынына һәм гражданлығына ҡарамаҫтан 16-35 йәш (7-15 йәштәрҙәге балалар номинацияларында ҡатнашыусыларҙы иҫәпкә алмағанда).

Конкурс киләһе номинацияларҙа уҙғарыла: «Башҡорт халыҡ йыры (оҙон көй)», йә иһә «Татар халыҡ йыры (оҙон көй)»; башҡорт профессиональ композиторының эстрада йыры (йәки эстрадалағы халыҡ йыры), йә иһә татар профессиональ композиторының эстрада йыры (йәки эстрадалағы халыҡ йыры) һәм башҡорт һәм татар профессиональ композиторының академик йыры.

Ғаризалар 6 ноябргә тиклем [email protected] электрон почтаһына ҡабул ителә.

Фестиваль тураһында тулыһынса мәғлүмәт һәм ҡатнашыусы анкетаһы рәсми сайтта күрһәтелгән.

Читайте нас: