Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2018, 14:12

Төп приз – автомобиль

Республикала социаль әүҙем ғаиләләрҙең “Өлгө ал” конкурсы иғлан ителде.

Ғаиләгеҙ татыу һәм һеҙ йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашаһығыҙмы? Тыуған ерегеҙ өсөн яуаплылыҡ тойоп, быны эш менән күрһәтәһегеҙме? Активлыҡ, волонтерлыҡ, креативлыҡ – был һүҙҙәр ғаиләгеҙ девизын сағылдырамы? Улайһа был конкурс һеҙҙең өсөн!

Бәйгелә ҡатнашыу өсөн 9 сентябргә тиклем ғаиләгеҙҙең социаль әүҙем эшмәкәрлеге тураһында ҡыҫҡа ғына видеоролик төшөрөп, теләһә ниндәй селтәрҙә ғаилә ағзаһының береһенең битендә урынлаштырығыҙ. Конкурстың #БериПример хештегын ҡуйырға онотмағыҙ. Ролик рус йәки башҡорт телендә төшөрөлөргә мөмкин. Видео бер минуттан артмаҫҡа тейеш. Унан һуң http://bash.news/pro/beriprimer/ сайтында видеоматериал урынлашҡан ссылканы күрһәтеп, заявка тултырығыҙ.

Ғаиләләрҙе һайлап алыу өс этапта үтәсәк, уның барышында Интернетта халыҡ һәм махсус ойошторолған йәмәғәт комиссияһы тауыш бирәсәк. Еңеүсе ғаилә республика Башлығы исеменән еңел автомобиль алыуға 600 мең һумға аҡсалата сертификат аласаҡ, тип хәбәр итә республика Хеҙмәт министрлығы матбуғат хеҙмәте.


Читайте нас: