Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2018, 14:04

Һәләтле балаларҙы хуплау концепцияһы эшләнде

Документ проекты Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов үткәргән кәңәшмәлә тәҡдим ителде

Республика мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова әйтеүенсә, документ йәш таланттарҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеүҙең тармаҡ-ара системаһын булдырыу, һәләтле балалар менән эш алып барған, мониторингтар үткәргән һәм перспективалы йәштәр инициативаларына һәм проекттарына маҡсатлы ярҙам күрһәткән ойошмалар һәм берекмәләр селтәрен киңәйтеүҙе күҙ уңында тота.

Концепция сиктәрендә төп бурыстарҙың береһе булып талантлы балалар һәм йәштәргә республикала ҡалыу өсөн яҡшы шарттар тыуҙырыу, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙән сығарылыш уҡыусыларын йәлеп итеү тора. Бының өсөн Мәғариф министрлығында Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары менән үҙ-ара эш алып барыуҙы көсәйтергә, һәләтле уҡыусылар менән эшләү буйынса төбәк һәм муниципаль үҙәктәр ойошторорға, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреүҙең өҫтәмә һөнәри программаларын тормошҡа ашырырға ниәтләйҙәр. Концепцияны бойомға ашырыу төбәк-ара, федераль һәм халыҡ-ара олимпиадалар һәм конкурстарҙа еңеүселәр һәм призерҙар, шулай уҡ республиканың юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүсе уҡыусылар һанын арттырыу мөмкинлеге бирәсәк.

“Беҙ һәләтле йәштәр өсөн ниндәйҙер махсус шарттар тыуҙырырға тейеш түгелбеҙ, ә барлыҡ балалар менән эшләргә, һәр мәктәптә һәләте булған бала маҡсатын ғәмәлгә ашырһын өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе тыуҙырырға тейешбеҙ”,- тип билдәләне республика Башлығы.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Читайте нас: