Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2018, 14:23

Хоҡуҡты дәүләт теркәүе тураһында

“Йорт төҙөнөк, участка милектә түгел, ә 49 йылға арендаға алынған. Уны оформить итергә теләйбеҙ, бының өсөн ниндәй документтар кәрәк?” – тип һорай Раевкала йәшәүсе бер ир.

БР буйынса Росреестр идаралығының Әлшәй һәм Дәүләкән райондары буйынса муниципаль-ара бүлек етәксеһе Рөстәм Харисов яуап бирә:

-Шәхси торлаҡ төҙөлөшө йәки шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу (йорт эргәһендәге ер участкаһында) өсөн билдәләнгән участкала урынлашҡан йорт тураһында һүҙ барһа, 2020 йылдың 1 мартына тиклем уны файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт хоҡуғын теркәү талап ителмәй. Оформить итеү өсөн ни бары кадастр инженерына техник планға заказ бирергә кәрәк, ул, үҙ сиратында, төҙөлөшкә рөхсәт һәм ер участкаһына хоҡуҡ биреүсе документ булыуы менән бер рәттән шәхси йортто иҫәпкә ҡуйыуға һәм уға хоҡуҡты дәүләт теркәүенә нигеҙ булып торасаҡ. Был осраҡта дәүләт пошлинаһы 350 һум тәшкил итәсәк.

Иғтибар итегеҙ, баҡсасылыҡ, йәшелсәселек йәки дача хужалығы өсөн тәғәйенләнгән ер участкаларында төҙөлгән күсемһеҙ милек төҙөлөшөнә рөхсәт талап ителмәй. Был осраҡта техник план ер участкаһы хужаһы тарафынан төҙөлгән һәм раҫланған декларация нигеҙендә эшләнә.

Читайте нас: