Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июнь 2018, 13:51

Йәмғиәтте өйрәнеү фәненән БДИ һөҙөмтәләре билдәле булды

Башҡортостанда йәмғиәтте өйрәнеү фәненән берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды. Иң популяр предмет буйынса имтиханды ете мең самаһы ун беренсе класс уҡыусыһы тапшырҙы.

Башҡортостанда йәмғиәтте өйрәнеү фәненән берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды. Иң популяр предмет буйынса имтиханды ете мең самаһы ун беренсе класс уҡыусыһы тапшырҙы.

Максималь һөҙөмтә — 100 балл — Өфөнөң 159-сы мәктәбен, Салауаттың 1-се гимназияһын һәм Красноусол ҡасабаһының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлаусыларҙа.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса берҙәм дәүләт имтиханында республика уҡыусыларының уртаса һөҙөмтәһе уҙған йылға ҡарағанда 2,1% юғарыраҡ. Юғары балға яҙғандар һаны ла артҡан, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәғариф министрлығынан.

Былтыр ошо еңел булмаған фәндән иң юғары балды Нефтекама ҡалаһының 1-се гимназияһы уҡыусыһы алғайны.

Бынан алда Башҡортостанда 48 кеше берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға яҙҙы. Төбәккә тәүге йөҙ балл алыусыларҙы тарихсылар һәм информатиктар бүләк итте. Ун ике кеше ошо имтихандарҙы яҡшы билдәһенә бирҙе (информатиканан – 9, тарихтан – 3).

Географиянан берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыусылар ҙа максималь балл йыйҙы – 2 (уларҙың береһе һынауҙы алдараҡ, 10-сы кластан һуң бирҙе), профилле математиканан – 3, химиянан – 6 һәм рус теленән – 25. Әле Башҡортостанда 100 балл алған 51 уҡыусы иҫәпләнә.

Читайте нас: