Сит илдә ял итеү күптәр өсөн ғәҙәти хәлгә әйләнде. Әммә көтөп алған ял кәйефен боҙмаҫ өсөн һалым органдары бурыстарҙы ваҡытында түләргә кәңәш итә.
- Бынан тыш, һеҙгә һәм туғандарығыҙға ҡарата башҡарма производство асылыуы тураһында белешеү ҙә ҡамасауламай, - тип аңлаталар Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығында.
- Суд приставтары илдән сығыуға ваҡытлыса сикләүҙе һалым органдары һорауы буйынса индерә. Әгәр гражданиндың түләнмәгән бурыстары булһа, уны авиарейсҡа ебәрмәйәсәктәр.
Был процедура күп кенә ваҡытты ала: пеня һәм административ штрафты индереп, бурысты һәм дәүләт пошлинаһын түләргә кәрәк буласаҡ. Шунан ғына башҡарма производство туҡтатыла.
Бурыс булыу- булмау тураһында Федераль һалым хеҙмәте сайтының “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты”нда, “Һалымдарҙы түлә” онлайн-хеҙмәте ярҙамында, дәүләт хеҙмәттәре порталы йәки Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итеп белергә мөмкин. Мәғлүмәтте шулай уҡ иҫәптә торған урын буйынса һалым органында йәки 8 (347) 226-38-00 “ҡыҙыу линия” телефоны аша алырға була.