Хәҙер “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең бөтә офистарында сит ил паспорты, шофер таныҡлығы һәм Рәсәй гражданины паспортын алыуға ғариза яҙырға ғына түгел, уны алырға ла мөмкин.
*теләһә ниндәй офисҡа электрон сират аша йәки алдан яҙылып мөрәжәғәт итергә;
*кәрәкле документтарҙы тапшырырға;
*күп функциялы үҙәктең шул уҡ офисында әҙер документты алырға.
Күп функциялы үҙәк аша сит ил паспорты алыу ваҡыты:
- йәшәгән урын буйынса документ тапшырғанда – бер ай;
- ғариза биреүсенең килеү урыны буйынса документ тапшырғанда – дүрт ай.
Ваҡытығыҙҙы бушҡа сарыф итмәү маҡсатында күп функциялы үҙәккә ҡабул итеүгә алдан яҙылырға кәңәш ителә. Учреждениеның рәсми сайтында яҙылырға була, шулай ук контакт-үҙәктең 8 (347) 246-55-33 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.
Раевка ауылындағы Күп функциялы үҙәк бүлексәһе (МФЦ) телефоны: 8 (34754) 3-08-05.