Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2018, 17:42

Республикала бесәнселәрҙең «Сыңла, салғы!» фольклор байрамы үтә

Башҡортостанда традицион бесән сабыу һәм бесән мәле мәҙәниәтен яңыртыу, халыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү маҡсатында бесәнселәрҙең «Сыңла, салғы!» республика фольклор байрамы уҙа.

Башҡортостанда традицион бесән сабыу һәм бесән мәле мәҙәниәтен яңыртыу, халыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү маҡсатында бесәнселәрҙең «Сыңла, салғы!» республика фольклор байрамы уҙа. Байрам 7 июлдә Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылында үтә, тип хәбәр иттеләр төбәк Мәҙәниәт министрлығында.
Фестивалдә йыйылма йәки ике кешенән торған (1 ир, 1 ҡатын) ғаилә командалары ҡатнаша ала. Ярыштар эстафета формаһында уҙғарыла. Ҡатнашыусыларҙың салғыһы (ҡойоп яһалған), тырмаһы, һәнәге, ҡайрағы, балтаһы булырға тейеш.
Программа сиктәрендә бәйләм (венок) үреү, «Шифалы үләндәр», Land-art — объекттар (бесәндән һәм һаламдан дизайнер һындары эшләү), «Урман ашы» (яланда бесәнселәрҙең аш табыны) конкурстары үтә. Ижади коллективтарҙың: фольклор, музыка ҡоралдары, йыр, бейеү ансамблдәренең һәм яңғыҙ башҡарыусыларҙың сығыштары ҡаралған.
Бесән сабыуҙа теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Ғаризалар 1 июлгә тиклем [email protected] электрон адресына ҡабул ителә.
Читайте нас: