Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2018, 17:40

Алда көтә беҙҙе ҙур тормош

Мәктәптәрҙә сағыу, онотолмаҫ сығарылыш кисәләре шаулап уҙҙы. Беренсе етди документ – тулы дөйөм белем тураһында аттестатты районда 187 уҡыусы алды, уларҙың – 33-ө мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамланы.

Мәктәптәрҙә сағыу, онотолмаҫ сығарылыш кисәләре шаулап уҙҙы. Беренсе етди документ – тулы дөйөм белем тураһында аттестатты районда 187 уҡыусы алды, уларҙың – 33-ө мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамланы.

Был мөһим ваҡиға алдынан 11-се синыф уҡыусылары етди һынау тотоп, Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырҙы.

- БДИ йомғаҡтары ҡыуандыра, быйылғы һөҙөмтәләр уҙған йылға ҡарағанда яҡшыраҡ, - тип билдәләне мәғариф бүлеге инспекторы Зилә ЧУПОВА. – Мәҫәлән, мотлаҡ имтихандарҙың береһе, рус теле буйынса уртаса балл 72 (былтыр – 69,9) тәшкил итте. 68 сығарылыш уҡыусыһы (36 процент) 80 һәм унан да юғары балл йыйҙы. Математика буйынса ла һөҙөмтәләр юғары: база кимәлендәге имтиханда уртаса билдә – 5 (2017 йылда – 4,39), профиль кимәлендәге һынауҙа – 54 балл (былтыр – 51).

Дәүләт имтихандарын шулай уҡ уңышлы тапшырып, 433 туғыҙынсы синыф уҡыусыһы төп дөйөм белем тураһында аттестат алды.

Алда ҡыҙҙарҙы һәм егеттәрҙе төрлө уҡыу йорттары көтә, улар буласаҡ һөнәр сайлау алдында тора. Ә юғары уҡыу йорттарының ҡабул итеү комиссиялары үҙ эшен башланы ла инде, абитуриенттарға уңыштар теләйбеҙ.


Читайте нас: