Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2018, 13:27

Республикала 25 уҡыусы рус теленән 100 балл йыйған

6 июндә уҙған рус теле буйынса берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды. Башҡортостанда был фәнде 18 меңдән ашыу кеше тапшырҙы, быйыл бер юлы 25 уҡыусы максималь балл йыйыуға өлгәште.

6 июндә уҙған рус теле буйынса берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды. Башҡортостанда был фәнде 18 меңдән ашыу кеше тапшырҙы, быйыл бер юлы 25 уҡыусы максималь балл йыйыуға өлгәште. Уларҙың һигеҙе — Өфө мәктәптәренән, ҡалғандары Күмертау, Нефтекама, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Асҡын, Благовещен, Бөрйән, Дыуан, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез, Туймазы һәм Өфө райондарынан, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәғариф министрлығынан.

Былтыр республикала 32 уҡыусы 100 балға яҙғайны.

Шулай итеп, бер нисә имтихан биреү һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда 100 баллыҡ 48 эш бар. Информатика буйынса — 9 кеше, география — 2, профилле математика — 3, тарих — 3, химия — 6 һәм рус теленән — 25.

Читайте нас: