Әлшәй хәбәрҙәре
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2018, 11:25

Республика Хөкүмәте министрлыҡ һәм ведомство бухгалтерияларын ҡыҫҡартырға йыйына

Башҡортостан Хөкүмәте ҡайһы бер министрлыҡтарҙа һәм ведомстволарҙа бухгалтерия бүлектәрен ҡыҫҡартырға йыйына. Уларҙың функциялары 2017 йылдың авгусында асылған «Финанс иҫәп-хисап ҡағыҙҙары үҙәге» дәүләт ҡаҙна учреждениеһына тапшырыла.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡайһы бер министрлыҡтарҙа һәм ведомстволарҙа бухгалтерия бүлектәрен ҡыҫҡартырға йыйына. Уларҙың функциялары 2017 йылдың авгусында асылған «Финанс иҫәп-хисап ҡағыҙҙары үҙәге» дәүләт ҡаҙна учреждениеһына тапшырыла. Киң мәғлүмәт саралары Министрҙар кабинеты документтарына һылтанып хәбәр итеүенсә, туғыҙ министрлыҡ һәм дәүләт комитеты, шул иҫәптән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Экология министрлыҡтары, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Ветеринария идаралығы, Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты 20 июнгә тиклем бухгалтерия функцияһын дәүләт ҡаҙна учреждениеһына тапшырырға тейеш ине.

Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Дәүләт архивы быны 20 июлгә ҡәҙәр башҡарырға бурыслы. Ауыл хужалығы министрлығы, Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы – 1 сентябргә тиклем. Финанс министрлығына хеҙмәткәрҙәрҙең ҡыҫҡартылыуына бәйле ведомство бухгалтерияларын тәьмин итеүгә бюджет сығымдарын иҫәпләү йөкмәтелә.

«Иҫәп-хисап процесын үҙәкләштереү һәм бер системаға килтереү власть органдары һәм учреждениеларҙың финанс, бухгалтерия хеҙмәттәре эшендә ҡабатлаусы функцияларҙы бөтөрөргә мөмкинлек бирә. Әлеге ваҡытта Вологда, Ярославль, Пенза өлкәләрендә иҫәп-хисапты үҙәкләштереү өлкәһендә тәжрибә бар», — тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостандың Финанс министрлығында.

Читайте нас в