Төбәк аграрийҙары 30 мең тонна сенаж һалған да инде. Был ошо көнгә уҙған йылғы күрһәткестән өс тапҡырҙан ашыуға күберәк. Планға ярашлы, бөтәһе 2 миллион тонна самаһы сенаж әҙерләргә кәрәк. Иң күп һутлы мал аҙығы Ауырғазы районында әҙерләнгән — 10 мең тонна. Артабан Стәрлетамаҡ (9,8 мең тонна), Туймазы (2,5) һәм Саҡмағош (2,1) райондары килә.
Бесән сабыу ҙа башланды. Әле 2 мең тонна әҙерләп ҡуйылған, туғыҙ райондың хужалығы бесән әҙерләү менән мәшғүл. Дөйөм алғанда, бесән запасы 820 мең тоннанан кәм булмаҫҡа тейеш.