Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь 2018, 18:05

Был аҙнала Башҡортостан мәктәптәрендә сығарылыш кисәләре үтә

Мәктәпте тамамлаусылар тормошонда иң көтөп алған ваҡиғаға тиклем ни бары ике көн ҡалды.

Мәктәпте тамамлаусылар тормошонда иң көтөп алған ваҡиғаға тиклем ни бары өс көн ҡалды. Белем алыу тураһында аттестация тапшырыу тантанаһы 9-сы һәм 11-се класты тамамлаусылар өсөн 23-26 июндә үтә.

Сығарылыш кисәләре ғәҙәттәгесә уҡыу йорттарында, шулай уҡ мәктәптән ситтә лә уҙа: мәҫәлән, мәҙәниәт учреждениеларында. Ул тамаша залында урындар етмәү йәки уның ғөмүмән булмауы менән бәйле. Сығарылыш кисәләрен уҙғарған саҡта бөтә ерҙә лә хәүефһеҙлек саралары көсәйтелә.

Башҡортостан Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылда сығарылыш кисәләре 18 меңдән ашыу 11-се һәм 42,6 мең туғыҙынсы класты тамамлаусылар өсөн була.

Читайте нас: