Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2018, 12:25

Республикала балалар араһында енәйәтселекте һәм суицидты иҫкәртеүгә йүнәлтелгән закон үҙ көсөнә инде

- Балалар енәйәтсе булып тыумай. Әгәр улар менән ваҡытында дөрөҫ психологик эш барһаҡ, баланың фекеренә ҡолаҡ һалһаҡ, уның эске донъяһын аңлаһаҡ, социаль селтәрҙәге деструктив төркөмдәрҙең кире тәьҫиренән аралаһаҡ, бер ҡасан да ошондай аҙымға бармай, — тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Констатин Толкачев. — Быйыл яҙ Стәрлетамаҡ мәктәптәренең береһендә булған фажиғә, башҡа төбәктәрҙәге уҡыусыларҙың законһыҙ ҡылыҡтары тураһында даими сигналдар ошо өлкәлә иҫкәртеү эшенең мөһим булыуын асыҡтан-асыҡ күрһәтә. Үҫмерлек осоронда кешенең психикаһы тотороҡһоҙ, ул эске кризис кисерә, һәм эске кисерештәре тирә-йүндәгеләргә асыу йәки суицидҡа әйләнмәһен өсөн өлкәндәрҙең психологик ярҙамы кәрәк. Әлеге закон ошондай ярҙамды ваҡытында күрһәтеү өсөн ҡабул ителде лә инде.

«Бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссиялар тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 5-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законы үҙ көсөнә инде. Был ошо органдар алдында торған бурыстар исемлеген киңәйтә. Ҡабул ителгән законға ярашлы, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссиялар өҫтәмә рәүештә балалар һәм үҫмерҙәр араһында законһыҙ күренештәрҙе, шулай уҡ бәлиғ булмағандарҙы үҙ-үҙенә ҡул һалыуға этәреү осраҡтарын асыҡлау һәм бөтөрөү менән шөғөлләнергә тейеш.

Читайте нас: