Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2018, 12:36

Газ баллоны менән уйнау уҡыусының үлеменә сәбәпсе булған

Мәләүездә кисә кискеһен 14 йәшлек малай вафат булған, тағы ла 13 йәшлек үҫмер дауаханаға оҙатылған.

Мәләүездә кисә кискеһен 14 йәшлек малай вафат булған, тағы ла 13 йәшлек үҫмер дауаханаға оҙатылған.

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡҡа һылтанып хәбәр итеүенсә, ике уҡыусы көнкүрештә ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән газ баллоны һатып алған. Ата-әсәнең өйҙә юҡлығынан файҙаланып, улар газды телдәренә һиптергән. Бер малай үҙен насар тоя башлағас, дуҫы тиҙ ярҙам саҡырған. Табиптар үҫмерҙең үлемен теркәгән. Икенсеһен дауаханаға алып киткәндәр – уның ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф янамай.

Әле республика Тәфтиш комитеты тикшереү уҙғара.

Читайте нас: