Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июнь 2018, 18:48

БДИ-2018: Башҡортостанда йөҙ балға яҙған уҡыусылар асыҡланды

Башҡортостанда база кимәлендәге математика, география һәм информатика буйынса берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды.

Башҡортостанда база кимәлендәге математика, география һәм информатика буйынса берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды. Быйыл республикала сығарылыш уҡыусылары тәүге ике фәндән былтырғыға ҡарағанда юғарыраҡ өлгәшеүсәнлек күрһәтте, тип хәбәр иттеләр Мәғариф министрлығынан. Уртаса балл артҡан, ә минималь сикте үтә алмаған уҡыусылар һаны кәмегән.

11-се класты тамамлаған 17672 уҡыусы база кимәлендәге математиканна һынау биргән. Бишле билдәһенә яҙғандар һаны 12,2 % артҡан.

Географияны 639 кеше тапшырған һәм уларҙың икәүһе юғары балға башҡарған. Улар — Туймазынан һәм Ейәнсура районынан мәктәп тамамлаусылар.

Был дисциплинала уртаса бал хаҡында һөйләгәндә, ул уҙған йылға ҡарғанда 3,1-гә юғары, ә бына минималь сикте – 37 балды үтмәгәндәр һаны, киреһенсә, 1,9% аҙайған.

61-80 балл алған ҡатнашыусылар һаны 2017 йыл менән сағыштырғанда 5,4% артҡан. Юғары балға яҙғандар һаны ике тапҡырға тиерлек күбәйгән һәм 6,1% тиң.

Информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары буйынса берҙәм дәүләт имтиханында уртаса балл үткән йылғы һөҙөмтәләр менән сағыштырырлыҡ. 2540 кеше һынау тотҡан, был бер элеккегә ҡарағанда 122-гә күберәк. Бында туғыҙ уҡыусы йөҙ балға яҙған.Улар — Өфө, Нефтекама һәм Октябрьский уҡыусылары.

«61-ҙән 80-гә тиклем» балл алғандар категорияһында ҡатншыусыларҙың 3,4% артыуы күҙәтелә.

Читайте нас: