“Берҙәм Рәсәй”ҙең республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттар һайлау буйынса алдан тауыш биреү көнөндә райондың Раевка, Әбдрәшит, Аксен, Казанка, Ҡыпсаҡ-Асҡар, Тавричанка, Түбән Әүрез, Никифар һәм Шафран ауылдарында туғыҙ участка эшләне.
32-се Асылыкүл һайлау округы буйынса, унда Әлшәй районы ла инә, праймеризда 12 кандидат ҡатнашты. Округ буйынса тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса “Бәләбәй һөт комбинаты” йәмғиәте генераль директорының инвестиция үҫеше буйынса урынбаҫары Ғилмийәров Тимур Рим улы алда бара. Дәғүә итеүселәр рейтингында икенсе урында – “ЭСПАДА” йәмғиәте директоры Матренин Антон Сергеевич.
Был көндө һайлаусыларҙың 13,2 проценты тауыш бирергә килде.
Раевка ауылының социаль-мәҙәни үҙәгендә урынлашҡан участкала иртән-иртүк кеше күп булды. Тауыш бирергә бөтә ғаиләләре, балалары һәм ейәндәре менән дә килделәр, улар араһында сабыйҙары менән йәш ата-әсәләр ҙә бар ине. Сөнки праймериз Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә тура килде. Шуға ла клоундар, тылсымсылар, феяларҙың участкаға килеп инеүе бер кемде лә ғәжәпләндермәне, ә киреһенсә, эшлекле атмосфераға күңелле байрам төҫө индерҙе.
Республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттар өсөн тауыш бирергә беренселәрҙән булып район ветерандар советы рәйесе Фәрит Хәйбрахманов та килде.
- Мин праймеризды сәйәси процестың мөһим өлөшө тип һанайым. “Берҙәм Рәсәй” үҙ кандидаттарын һайлап алыуҙың бик ҡыҙыҡлы, һөҙөмтәле һәм асыҡ ысулын эшләгән. Мин уларға ғәҙел еңеү теләйем. Лидерҙар рәтендә тәжрибәле һәм абруйлы кешеләр булыр, тип өмөтләнәм. Шәхсән үҙем шундайҙар өсөн тауыш бирҙем, - тине Фәрит Ғөбәй улы.
Шулай уҡ район ветерандары советы рәйесе “Берҙәм Рәсәй” өлгөһөнә эйәреп, праймериз ярҙамында кандидаттар һайлау принцибын башҡа партиялар ҙа күтәреп алыр тигән өмөт белдерҙе.