Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2018, 18:28

Июндә ял көндәре

Июндә беҙҙе Рәсәй көнө һәм Ураҙа байрамы уңайынан оҙайлы ял көтә.

Июндә беҙҙе Рәсәй көнө һәм Ураҙа байрамы уңайынан оҙайлы ял көтә.

Быйыл 12 июнь – Рәсәй көнө шишәмбегә тура килә. Рәсәй Хөкүмәте ял көнөн шәмбе, 9 июндән дүшәмбе 11 июнгә күсереү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2018 йылда 15 июнь – Ураҙа байрамы эшләмәй торған байрам көнө итеп иғлан ителде.

Шулай итеп, республиканың Хеҙмәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, биш көнлөк эш аҙнаһында 10, 11, 12 һәм 15, 16, 17 июнь ял көндәре булып тора.
Читайте нас: