Йәкшәмбе, 3 июндә, республикала “Берҙәм Рәсәй”ҙең алдан тауыш биреүе (праймериз) уҙҙы, унда партиянан БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын көҙгө һайлауға барасаҡ кандидаттар билдәләнде.
Беҙҙең районда Раевка, Әбдрәшит, Аксен, Казанка, Ҡыпсаҡ-Асҡар, Тавричанка, Түбән Әүрез, Никифар һәм Шафран ауылдарында бөтәһе туғыҙ участка эшләне. Әгәр республикала алдан тауыш биреүҙә 584 кандидат ҡатнашһа, 32-се Асылыкүл һайлау округы буйынса, унда Әлшәй районы ла инә, 12 кеше ҡатнашты. Тауыш биреүҙең тәүге һөҙөмтәләре буйынса округ буйынса “Бәләбәй һөт комбинаты” йәмғиәте генераль директорының инвестиция үҫеше буйынса урынбаҫары Ғилмейәров Тимур Рим улы алда бара, икенсе урында – “ЭСПАДА” йәмғиәте директоры Матренин Антон Сергеевич.