Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2018, 18:09

Республикала йәшәүселәр «Мир» карталарын йышыраҡ файҙалана

Башҡортостанда ағымдағы йылдың апреленә 800 меңгә яҡын «Мир» картаһы сығарылған, тип хәбәр итә республиканың Милли банкы.

Сығарылған түләү карталарының дөйөм күләмендә «Мир» карталарының өлөшө 12, 3% тәшкил итә (бер йыл элек 1,6% ине). Бер йылда төбәктә улар ярҙамында операциялар башҡарыу 11,8% тиклем артҡан.

«Мир» картаһы менән түләү бик уңайлы, уларҙы республикалағы барлыҡ банкоматтар һәм терминалдар ҡабул итә. Шуға күрә милли түләү системаһы карталарын тотоусылар уларҙы көндәлек иҫәп-хисапта йышыраҡ файҙалана. Быйыл беренсе кварталда республикабыҙҙың «Мир» карталарын тотоусылар уларҙы 14,4 миллион тапҡыр ҡулланған — уҙған йылға ҡарағанда 140 тапҡырға йышыраҡ. Өҫтәүенә 8,1 миллиард һумлыҡ суммаға һатып алыуҙар һәм хеҙмәттәр карта менән түләнгән, был үткән йылғы күрһәткестәрҙән 150 тапҡырға артып китә», — тине Рәсәй банкы Урал баш идаралығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк-бүлексә идарасыһы урынбаҫары Егор Михтанюк.

2015 йылдың декабрендә Рәсәй биләмәһендә ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү уңайлы һәм хәүефһеҙ булһын өсөн «Мир» түләү системаһының тәүге карталары сығарылды.

Ошо түләү системаһы картаһында бюджет һәм бюджеттан тыш фондтарҙан түләүҙәр тормошҡа ашырылырға тейеш.

Ғәмәлдәге бюджет хеҙмәткәрҙәре «Мир» карталарына — ағымдағы йылдың 1 июленә тиклем, ә пенсионерҙар халыҡ-ара түләү системалары карталарының ваҡыты үткәндән һуң күсерелә, ләкин 2020 йылдың 1 июленән дә һуңға ҡалмайынса.

Читайте нас: