Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Май 2018, 17:28

Һәр мәктәп уҡытыусыһы өсөн «хәүефле төймә» булдырыла

Башҡортостандың һәр мәктәбендә виртуаль һаҡ системаһы эшләй башлай. Ул уҡытыусыларға һәм тәрбиәселәргә мәғариф учреждениеларындағы ғәҙәттән тыш хәл тураһында еткерергә мөмкинлек бирә.

Башҡортостандың һәр мәктәбендә виртуаль һаҡ системаһы эшләй башлай. Ул уҡытыусыларға һәм тәрбиәселәргә мәғариф учреждениеларындағы ғәҙәттән тыш хәл тураһында еткерергә мөмкинлек бирә.

«Хәүефле төймә» мобиль телефонға ҡушымта рәүешендә ҡуйыла. Ниндәйҙер хәл була ҡалһа, уҡытыусылар тиҙ генә һаҡ агентлығына ошо хаҡта хәбәр итә ала, улар биш минут эсендә килеп етергә тейеш.

«Һаҡсылар ниндәй уҡытыусынан һәм ҡайһы кластан сигнал килеүен алдан белә. Хәҙер 161-се лицей уҡытыусыларының да хәүефле төймәһе бар», — тип һөйләне белгестәр.

Һаҡсылар билдәләүенсә, киләсәктә барлыҡ балалар баҡсаларында һәм лагерҙарҙа ошондай система булырға тейеш.

Читайте нас: