Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә яҙғы сәсеү 1,393 миллион гектар майҙанда башҡарылған, ул пландан 68 процент тәшкил итә.
Иң яҡшылар иҫәбендә – бөртөклөләр сәсеүҙе 80-81 процентҡа тамамлаған Стәрлебаш, Федоровка, Илеш һәм Хәйбулла райондары.
Аграр ведомствола билдәләүҙәренсә, шул арала Башҡортостанда ямғырҙар яуыу сәбәпле яҙғы культураларҙы сәсеү кампанияһының тиҙлеге түбәнәйгән.
Алдан «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, быйыл сәсеү майҙандарының структураһы юғары маржиналь культураларҙы арттырыу яғына үҙгәргән. Һүҙ, тәү сиратта, майлы культуралар хаҡында бара.