- Быйыл республика федераль үҙәктән 1,3 миллиард һум ярҙам алды, улар яслеләр һәм балалар баҡсалары төҙөүгә йүнәлтелә, – тине төбәк етәксеһе. – 2020 йылға өс йәшкәсә балалар өсөн яҡынса 2,5 мең яңы урын файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Башҡортостанда йәмғиәтттә яуаплы ата-әсәлек, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, уның матди именлеген күтәреү буйынса системалы саралар ҡабул ителә, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
— Социаль кәрәк-яраҡтарға, ғаиләләргә адреслы ярҙамға – ә улар беҙҙә 1,2 миллион тиерлек – йыл һайын республикабыҙҙың тупланма бюджетының өстән ике өлөшө – 65 миллиард һум йүнәлтелә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы. – Балалы, йәш ғаиләләргә, студент ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса өҫтәмә саралар индерелә.