Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2018, 13:39

Төбәктә эшһеҙҙәр күпме аҡса ала?

Башҡортостан Хеҙмәт министрлығы республикала апрель өсөн эшһеҙлек буйынса уртаса пособие күләмен атаны.

Ғинуар айы менән сағыштырғанда ул бер аҙ кәмегән һәм 3 981 һум йәки эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы дәүмәленән 45 процент тәшкил иткән.
Иң түбән пособие күләме хәҙер 977,5 һумға тиң, иң ҙуры – 5635.
«1 майға ҡарата эшһеҙлек буйынса иң түбән пособие күләмен төбәктә – 8,1 кеше, иң ҙурын 12,4 мең рәсми теркәлгән эшһеҙ ала», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.
Читайте нас: