Башҡортостан Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл 11 класс уҡыусылары сығарылыш һынауҙарын һайлағанда профилле математикаға (12,5 меңдән ашыу ғариза), йәмғиәтте өйрәнеүгә (һигеҙ мең самаһы ғариза) һәм физикаға (алты мең самаһы ғариза) өҫтөнлөк бирә.
Артабан биология (дүрт меңдән ашыу ғариза), химия (дүрт меңгә яҡын), информатика (өс мең), тарих (өс мең самаһы) килә.
Мотлаҡ фәндәрҙе – рус телен һәм төп математиканы – 18 меңләп ҡатнашыусы яҙа.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, быйыл 112 имтихан үткәреү пункты эшләй: 98-е – мәктәптәрҙә, туғыҙы өйҙә – инвалид балалар өсөн, өсәүһе – колония биләмәһендә. Бөтә аудиториялар видеокүҙәтеү саралары менән йыһазландырылған. Бынан тыш, йәмәғәт күҙәтеүселәре билдәләнгән тәртип үтәлешен контролдә тота.