Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2018, 11:31

Һәр малдың үҙ коды булырға тейеш

“Районда малдарҙы биркалай башланылар. Мин ғаиләбеҙ өсөн һуғымға үгеҙ аҫрайым, итте баҙарға сығарып һатмайым. Беҙгә малды тамғалау кәрәкме”, - тип һорай район үҙәгендә йәшәүсе бер пенсионер.

- Эйе, мотлаҡ кәрәк. Идентификациялауҙың асылы - малдар ауыл биләмәһе һәм райондың ветеринария хеҙмәтендә иҫәптә торорға һәм профилактик вакцинациялау үтергә тейеш, - тип яуап бирә район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге баш зоотехнигы Флүр СОЛТАНОВ.

- Бөгөн районда малдарҙы биркалау тамамланды тиһәң дә була. Шәхси хужалыҡтарҙа 15 меңдән ашыу эре мөгөҙлө мал, 13 мең һарыҡ һәм кәзә маркировкаланды, аттарҙы тамғалауҙы май аҙағына тамамларға кәрәк.

Төп маҡсат – көтөүлектәрҙәге малдарҙы контролдә тотоп, йоғошло ауырыуҙарҙы индереүгә, мал урлауға һәм сәсеүлектәрҙе тапатыуға юл ҡуймау.

Биркаланмаған мал-тыуарҙы көтөүгә сығарыу ҡәтғи тыйыла. Таможня союзы техник регламентына ярашлы, бындай мал махсуслаштырылған салыу урындарына индерелмәй.

Читайте нас: