Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2018, 11:38

Әлшәйҙәрҙең тәжрибәһе ҡыҙыҡһыныу уятты

Мәскәүҙә мәғариф өлкәһендә идара итеүҙе бойомға ашырыусы урындағы үҙидара органдары етәкселәре форумы уҙҙы, унда Башҡортостандан делагаттар ҙа ҡатнашты.

Делегация составында мәғариф системаһын үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләү өсөн форумға Әлшәй районы мәғариф бүлеге етәксеһе Айҙар Тимерхан улы Солтанғолов та саҡырылды.

Мәскәү халыҡ-ара мәғариф салоны белем биреүҙең төрлө форматтары, яңы мәғариф технологиялары тәҡдим ителгән, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге бирелгән майҙансыҡ булып тора. Ә иң мөһиме, ул заманса мәғариф технологияларынан файҙаланыуға тигеҙ мөмкинлек биреүҙе хәл итә.

Форум программаһына мәғарифты үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре инде. Дискуссия майҙансыҡтарҙа делегаттар тәжрибәләре менән уртаҡлашты. “Әлшәй районы муниципаль районында олимпиадалар, конкурстар һәм фестивалдәр аша фәндә, сәнғәттә, спортта һәм технологияларҙа һәләтле балаларҙы һәм талантлы йәштәрҙе дәртләндереү буйынса дәүләт стратегияларын тормошҡа ашырыуҙың муниципаль тәжрибәһе” темаһы сарала ҡатнашыусыларҙа айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты. 2013-2020 йылдарға мәғарифты үҫтереүҙең дәүләт программаһында уҡыусыларҙы тигеҙ мөмкинлектәр менән тәьмин итеү, йәшәү урынының ҡайҙа булыуына ҡарамаҫтан, мәктәптәр араһында белем сифаты буйынса айырманы кәметеү бурысы ҡуйылды. “Терәк мәктәптәрҙә киләсәктә ресурс үҙәктәре булдырып, талантлы балалар менән эшләү системаһы бөгөн ауыл шарттарында заманса моделдәрҙең береһе булып тора”, - тип билдәләне сығышында Айҙар Тимерхан улы.

Халыҡ-ара мәғариф салонында Раевка гимназияһы директоры С. Н. Колеганов һәм Раевка 4-се урта мәктәбе директоры П. П. Кулагин да ҡатнашты.

Зилә ЧУПОВА,

мәғариф бүлеге баш инспекторы.
Читайте нас: