Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2018, 11:20

Һабанда һайрашыр мәл

Май байрамдары алдынан игенселәр сәсеүгә төштө.

Яҙғы-баҫыу эштәре башланыу менән районға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов, уның урынбаҫары Ирек Сураков һәм “Россельхозцентр”ҙың республика буйынса филиалы етәксеһе Рөстәм Кираев килде.

Аграр ведомство башлығы иң тәүҙә быйылғы миҙгелде башлап ебәргән “Башҡортостан игенселек компанияһы” ауыл хужалығы предприятиеһында булды. Хужалыҡ баҫыуҙарында аҡ горчица һәм арпа сәсеү тулы ҡеүәтенә бара. “Башҡортостан игенселек компанияһы” баш агрономы Илшат Сафин әйтеүенсә, сәсеүҙе ҡыҫҡа ваҡытта тамамлау өсөн бында эш тәүлек әйләнәһенә ойошторолған, хужалыҡ кадрҙар менән тәьмин ителгән.

Артабан Илшат Фазрахманов “Агро МТС” йәмғиәтендә ужым культуралары торошо менән танышты. Баҫыуҙа ул ошо төбәк фермерҙары менән осрашты. Министр менән әңгәмә барышында аграрсылар игенселәр үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе.

Эш сәфәре “Раевка” предприятиеһы баҫыуҙарында тамамланды. Бында техника шәкәр сөгөлдөрө сәсеү өсөн дым ҡаплата ине.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Әлшәй аграрсыларына 56 мең гектарҙа яҙғы сәсеү эштәре башҡарырға кәрәк. Шуның 33,9 мең гектарын - яҙғы иген культуралары, 11,1 мең гектарын – көнбағыш, 1540 гектарҙы – рапс, 1043 гектарҙы – горчица, 4 мең гектарҙан ашыу майҙанды шәкәр сөгөлдөрө биләйәсәк. Бөгөн 1350 гектарға (планға ҡарата - 4 процент)- иген культуралары, 480 гектарға (46 процент) горчица сәселгән, 24,4 мең гектарҙа (52 процент) дым ҡаплатыу эштәре башҡарылған.

Читайте нас: