Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Май 2018, 12:42

Өфөлә II Республика ата-әсәләр форумы үтә

19 майҙа Өфөлә II Республика ата-әсәләр форумы үтә. Был юлы унда ҡатнашыусылар заманса белем биреүҙә ата-әсәләр берләшмәләренең ролен тикшерә.
Башҡортостан Мәғариф министрлығы хәбәр итеүенсә, Форумдың программаһы республика һәм федераль кимәлдәге бихисап эксперттар һәм практиктар ярҙамында әҙерләнә һәм бик сағыу, файҙалы, ҡыҙыҡлы һәм бай йөкмәткеле булырға вәғәҙәләй.
Форум балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең проблемаларын иҫкәртеүгә һәм асыҡлауға йүнәлтелгән эштең һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн шарттар булдырыу, йәмғиәтте социаль әһәмиәтле эштәргә, ғаиләләр менән эш итеү тәжрибәһен уртаҡлашыуға йәлеп итеү менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә дәүләт власы органдары һәм йәмәғәт ойошмалары көсөн туплау маҡсаты менән ойошторола.
Форум сиктәрендә ата-әсә йәмәғәтселеге өсөн оҫталыҡ дәрестәре, һүҙ көрәштереү майҙансыҡтары, консультация хеҙмәттәренең эше уҙа.
Республика ата-әсәләр форумы – Башҡортостанда ата-әсәләр өсөн иң ҙур ваҡиға. Бындай тәүге форум Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың башланғысы буйынса 2017 йылдың 1 июнендә республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа үтте һәм үҙ майҙансығында 500-ҙән ашыу ата-әсәне йыйҙы. I Республика ата-әсәләр форумында ҡатнашыу өсөн онлайн-теркәлергә кәрәк.
Үткәреү урыны: Конгресс-холл.
Читайте нас: