Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Май 2018, 12:37

Башҡортостанда шәмбе өмәләрендә 16 мең тонна сүп-сар йыйылған

Башҡортостанда шәмбе өмәләрендә 16 мең тонна самаһы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыйылған һәм сығарылған, 4 425 ағас ултыртылған, 84 мең квадрат метр юл, 33,6 мең погон метр ҡойма һәм бинаның алғы яғы ремонтланған. Был турала республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев һөйләне.
Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, экологик өмәләрҙең йомғаҡтары буйынса Башҡортостандағы тораҡ пункттары биләмәләренең яртыһынан күберәге йыйыштырылған. Төп саралар 12 майға тиклем тамамлана.
Читайте нас: