Әлшәй хәбәрҙәре
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2018, 12:13

Башҡортостан статистиктары Өфөлә бензинға хаҡтарҙың артыуын хәбәр итте

Башҡортостанстат Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензинға һәм дизель яғыулығына сираттағы хаҡтарҙың артыуы хаҡында хәбәр итте.

Башҡортостанстат Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензинға һәм дизель яғыулығына сираттағы хаҡтарҙың артыуы хаҡында хәбәр итте.

23 апрелгә һайланма аҙналыҡ мониторингы мәғлүмәттәре буйынса, дизель яғыулығының уртаса хаҡы 0,2 процентҡа күтәрелгән һәм бер литры өсөн 40,99 һумға еткән.

АИ-92 һәм АИ-95 маркалы бензиндар ҙа 0,2 процентҡа ҡиммәтләнгән – бер литры өсөн уртаса 38,01 һәм 40,69 һум.

АИ-98 маркалы бензиндың хаҡы ғына үҙгәрешһеҙ ҡалған – 44,92 һум, тип билдәләй статистиктар.
Читайте нас в