Әлшәй хәбәрҙәре
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Апрель 2018, 14:22

Дәүләт Думаһы юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан водителдәр өсөн язаны ҡәтғиләштерә

Дәүләт Думаһы Рәсәй Федерацияһы Конституция суды ҡарары тексын алғандан һуң эшсе төркөм булдырасаҡ, уға ярашлы юл-транспорт ваҡиғаһы ҡылған водитель тикшереү йәки унан баш тартыу һөҙөмтәһе буйынса эскән тип таныла. Ошо хаҡта Конституция ҡануниәте буйынса Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе урынбаҫары Вячеслав Лысаковҡа һылтанып, «Известия» гәзите хәбәр итә.

Конституция суды авария хәлен ташлап киткән һәм унда ҡалғандар өсөн, уға ярашлы беренселәре яҡшы хәлдә ҡала, яза ҡатылығының тап килмәүе хаҡында Енәйәт кодексының 264-се статьяһы иҫкәрмәләренең 2-се пунктын аңлатты. Был йәһәттә суд статьяға иҫкәрмәне Конституцияға ярашһыҙ тип таныны һәм бер йыл эсендә был хоҡуҡи етешһеҙлекте төҙәтергә ҡушты. Конституция суды секретариаты башлығы Владимир Сивицкий аңлатыуынса, «закон сығарыусы юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасыуҙы файҙаһыҙ итеп эшләргә тейеш».

Читайте нас: