Республика күп функциялы үҙәк дәүләт автономиялы учреждениеһының Әлшәй районы Раевка ауылындағы бүлексәһе управляющийы итеп Романенко Альбина Әхәт ҡыҙы тәғәйенләнде.
А. Ә. Романенко 1985 йылда Раевка ауылында тыуған. Юғары белемле – 2008 йылда “Предприятиела (аграр производствола) иҡтисад һәм идара итеү“ белгеслеге буйынса Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2004 йылда Әлшәй районы хакимиәтендә ер ресурстары менән эшләү буйынса хеҙмәттең баш белгесе булып башлай, һуңынан дөйөм бүлектең I категориялы инспекторы булып эшләй. 2006 йылда район хакимиәтенең мәғариф бүлеге иҡтисадсы-бухгалтеры булып хеҙмәт һала. 2006-2008 йылдарҙа – Рәсәй Һаҡлыҡ банкының 4647-се Әлшәй бүлексәһе контролеры. 2009 йылда Рәсәй һаҡлыҡ банкының 4600-сө Дәүләкән бүлексәһенә 4600/026-сы өҫтәмә офистың физик һәм юридик шәхестәрҙе хеҙмәтләндереү секторына контролер һәм контролер-кассир итеп күсерелә, 2012 йылда корпоратив клиенттарҙы хеҙмәтләндереү секторы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 2015 йылдан – күп функциялы үҙәктең бүлек етәксеһе.