Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Апрель 2018, 11:42

«iВолга-2018» йәштәр форумына ҡатнашыусыларҙы теркәү башланды

Волга буйы федераль округындағы «iВолга-2018» VI йәштәр форумына ғаризалар ҡабул итеү башланды.

Волга буйы федераль округындағы «iВолга-2018» VI йәштәр форумына ғаризалар ҡабул итеү башланды. Волга буйында проект Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич етәкселегендә үтә. Биш йылда форум Рәсәйҙең төбәк фестивалдәре араһында кеше иң күп йөрөгән майҙансыҡҡа әйләнде, тип хәбәр иттеләр Баш федераль инспектор аппаратында.

Былтыр форумда ҡатнашыуға Башҡортостандан 829 һәләтле йәш кеше ғариза тапшырҙы. Ғәҙәттәгесә республика вәкилдәре – интеллектуаль байрамдың иң сағыу ҡатнашыусыларының береһе. Атап әйткәндә, былтыр Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары Катерина Малютина һәм Алмаз Ғатауллин – ауыл хужалығы өлкәһендәге асыштары өсөн, Өфө дәүләт авиация техник университетынан Тимур Йософов «E-Ti» электр мотоциклын эшләү идеяһы өсөн гранттар алды. Бөгөн студенттар үҙҙәренең уникаль проекттары өҫтөндә эшен дауам итә.

«iВолга» форумында 18-30 йәштә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн сайтта теркәлергә кәрәк. Ғаризалар 21 майға тиклем ҡабул ителә. Быйыл форум Мастрюков күлдәре буйындағы майҙанда 26 июлдән 4 авгусҡа тиклем үтә.

Читайте нас в