Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Апрель 2018, 12:12

Башҡорт теленән региональ диктант: ниндәй текст һайланған һәм кем уҡый

21 апрелдә башҡорт теленән региональ диктант яҙыу ойошторола, ул иртәнге 10-да башлана.

21 апрелдә башҡорт теленән региональ диктант яҙыу ойошторола. Иртәнге сәғәт 10-да башлана. Башҡорт дәүләт университетынан хәбәр итеүҙәренсә, 2018 йылда Мәрйәм Бураҡаеваның «Арғымаҡ» әҫәренән өҙөк алынған.

Тексты Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең Дәүләт премияһы һәм Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты Олег Ханов уҡый.

«Текст ҙур түгел. Бөгөндән Олег Закир улы менән репетиция эшләй башлайбыҙ. Һуңынан республика ҡала-райондарына һәм Рәсәй төбәктәренә таратыу өсөн видеояҙма төшөрәбеҙ. Уны Региональ диктант яҙыу ойошторолған барлыҡ пункттарҙа күрһәтәбеҙ», — тип хәбәр итте Башҡорт дәүләт университетының шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһы мөдире Гөлфирә Абдуллина.

Акцияны уҙғарыу урындары:

— Башҡорт дәүләт университетының төп уҡыу корпусы (З. Вәлиди урамы, 32, 01, 02-се аудиториялар);

— Хоҡуҡ институты (Достоевский урамы, 131);

— Тарих һәм дәүләт идара итеүе (К. Маркс урамы, 3/4);

— Башҡорт дәүләт университеты филиалдары, Башҡортостандағы, шулай уҡ күрше төбәктәрҙәге урта, урта махсус һәм юғары белем биреү ойошмалары.

2017 йылда акцияла ҡатнашыусыларға танылған яҙыусы һәм ғалим Ғайса Хөсәйеновтың «Әсәм теле — сәсән теле» әҫәренән өҙөк тәҡдим ителгәйне, тексты Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле музыкант, актер һәм телевидение алып барыусыһы Рәсүл Ҡарабулатов уҡыны.

Читайте нас: