Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2018, 10:57

Тәүге яҙғы өмә йомғаҡтары: Башҡортостанда йәшәүсе 50 меңдән ашыу кеше 900 тонна самаһы сүп-сар йыйған

Тәүге яҙғы өмәлә Башҡортостанда йәшәүсе 53 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Төбәк Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 14 апрелдә 1,1 меңдән ашыу берәмек техника йәлеп ителде, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарына һәм сүплектәргә 900 тонна самаһы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сығарылды.

Дәүләт ведомстволары, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт, район хакимиәте, предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар һәм студенттар йыйыштырырға сыҡты. Өмәләр урман-парктарында, скверҙарҙа, парктарҙа, мәктәп, балалар баҡсалары һәм медицина учреждениелары биләмәләрендә үтте.

Акцияла ҡатнашыусылар урамдарҙы сүп-сарҙан таҙартты, ҡар ташланы һәм уны сығарҙы. Коммуналь хеҙмәттәр ҡалалағы арт-объекттарҙы, туҡталыштарҙы йыуҙы, сүп-сар сығарҙы, газондарҙы төҙөкләндереү, ағастарҙы ағартыу, үлән сабыу менән шөғөлләнде.

Читайте нас: