Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен булдырыу мәсьәләләре буйынса федераль комиссияһы ултырышында Башҡортостандың Белорет, Благовещен һәм Нефтекама ҡалаларында йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен булдырыуға ғаризалары хупланды.
2016 йылдың декабрендә Бәләбәй һәм Күмертау ҡалаларына йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе статусы бирелде. Әле был ҡалаларҙа 14 резидент теркәлгән. Улар – химия, еңел сәнәғәт өлкәһендәге, төҙөлөш материалдарын, аҙыҡ-түлек етештереү һәм башҡа йүнәлештәр буйынса ойошмалар. Уларҙың проекттарын ғәмәлгә ашырыу 2,8 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп итергә һәм ике меңдән ашыу яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирә. 2017 йылда Бәләбәй һәм Күмертау моноҡалаларында резиденттар 1,2 миллиард һум самаһы инвестиция һалған һәм 600 эш урыны булдырған.