Республикала урындағы үҙиадара органдарының йыл һайын үткәрелеүсе форумына әҙерлек бара.
Муниципаль берәмектәр съезы уникаль майҙансыҡ булып тора, унда урындағы үҙидара өлкәһендә мөһим бурыстарҙың береһе – муниципаль идара сифатын һәм граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа социаль һәм иҡтисади хоҡуҡтарын бойомға ашырыу өсөн тигеҙ мөмкинлектәр булдырыу маҡсатында ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү мәсьәләһе тикшерелә.
Ғәҙәттәгесә сарала ҡатнашыу өсөн делегаттар – муниципалитет, федераль һәм республика дәүләт власы органдары вәкилдәре йыйыласаҡ. Улар тәжрибәләре менән уртаҡлашасаҡ, көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереп, киләсәккә төп бурыстар билдәләйәсәк.
20 апрелдә уҙасаҡ съезда хакимиәт башлығы Дамир Мостафин етәкселегендә 12 ауыл биләмәһе башлығынан торған беҙҙең район делегацияһы ла ҡатнашасаҡ.