Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2018, 16:28

Башҡортостанда һәм күрше төбәктәрҙә башҡорт теле буйынса региональ диктант уҙа

21 апрелдә Башҡорт дәүләт университетында башҡорт теле буйынса Региональ диктант үтә.

21 апрелдә Башҡорт дәүләт университетында башҡорт теле буйынса Региональ диктант үтә.
Акция бөтә республика буйынса уҙа. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Акцияны уҙғарыу адрестары:
— Башҡорт дәүләт университетының төп корпусы (Зәки Вәлиди урамы, 32, 01-се һәм 02-се аудитория);
— Башҡорт дәүләт университеты филиалы, Хоҡуҡ институты (Достоевский урамы, 131);
— Тарих һәм дәүләт идараһы институты (Карл Маркс урамы, 3/4);
— Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡала-райондарында урынлашҡан (Белорет, Бөрө, Ишембай, Мәләүез, Нефтекама, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Учалы) Башҡорт дәүләт университеты филиалдары, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының сиктәш төбәк ҡалаларындағы урта, урта махсус һәм юғары белем биреү учреждениелары.
Башҡорт теле буйынса Региональ диктант дүртенсегә үтә. Башҡорт теленән Региональ диктантҡа алдан теркәлмәй килергә мөмкин. Региональ диктантта ҡатнашыусыға бланкта үҙ исем-шәрифеңде яҙыу мотлаҡ түгел, псевдоним йәки йәшерен һүҙ күрһәтергә була.
Акцияла www.regdict.bashedu.ru адресы буйынса онлайн-режимда ҡатнашырға мөмкин. Бөтә һөҙөмтәләр ошо адрес буйынса сайтҡа һалынасаҡ.
Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәренең береһе булған башҡорт теленән Региональ диктант яҙыу – түләүһеҙ үткәрелә торған акция, был акцияла теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Ул грамоталылыҡ мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеү һәм грамоталы яҙыу культураһын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Региональ диктанттың маҡсаты – башҡорт телен белгән кешегә ни тиклем грамоталы яҙма телмәрен белеү өҫтөндә уйланыуға импульс биреү һәм ошо грамоталылыҡты арттырыуға теләк тәрбиәләү.
Читайте нас: