Башҡортостанда ужым культураларының 62 мең гектары «көсһөҙ» тип танылған, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында. Уҙған көҙ алдағы йылдан 131 меңдән күберәк майҙанда йәғни 441,4 мең гектарҙа сәсеү эштәре башҡарылған. Бөгөн проблемалы сәсеүлектәр майҙандарҙың 15 процентында күҙәтелә. Шул иҫәптән ул – 22 мең гектар ужым арышы, 37 мең гектар – ужым бойҙайы, 3 мең гектар – ужым тритикалеһы.
Яҙғы сәсеү өсөн 306 мең тонна орлоҡ әҙерләнгән, уларҙан 24 мең тонна – элита орлоҡтары. Сифат буйынса орлоҡтарҙың 96 проценты йәғни 294 мең тоннаһы тикшерелгән, 8,5 мең тонна яраҡһыҙ булып сыҡҡан.