Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2018, 12:45

Республикала «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә һайлаусыларҙың 924 наказы тормошҡа ашырыла

Башҡортостанда быйыл «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә һайлаусыларҙың 924 наказын тормошҡа ашырыу күҙаллана. Был хаҡта проекттың координаторы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы комитеты рәйесе Рузалиә Хисмәтуллина хәбәр итте.

Башҡортостанда быйыл «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә һайлаусыларҙың 924 наказын тормошҡа ашырыу күҙаллана. Был хаҡта проекттың координаторы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы комитеты рәйесе Рузалиә Хисмәтуллина хәбәр итте. Объекттарҙың тулы исемлеге раҫланған, ул халыҡтан республика Дәүләт Йыйылышы, шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаттарына һәм Федерация Советы ағзаларына килгән мөрәжәғәттәрҙән төҙөлә. Уҙған йылда «Реаль эштәр» сиктәрендә 892 наказ үтәлгән. Проект республика ҡаҙнаһынан элекке кимәлдә финанслана һәм яҡынса 175 миллион һум тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр партияның матбуғат хеҙмәтенән.

«Бына дүртенсе йыл инде Башҡортостанда «Реаль эштәр» проекты ғәмәлгә ашырыла, уның сиктәрендә 2800-ҙән ашыу сара уҙғарылған. Улар — балалар баҡсаларын, мәктәптәрҙе, мәҙәниәт йорттарын һәм клубтарҙы төҙөкләндереү. Ошо учреждениелар өсөн ҡорамалдар һәм инвентарь һатып алынған, ҡыйыҡтар яңыртылған, тәҙрәләр алмаштырылған. 600-ҙән ашыу спорт һәм балалар майҙансығы асылған, тораҡ пункттарҙа төҙөкләндереү эштәре башҡарылған, электр, һыу, йылылыҡ менән тәьмин итеү яҡшыртылған, хәрби дан аллеялары, һәйкәлдәр тәртипкә килтерелгән», — тип хәбәр итте Рузалиә Хисмәтуллина.

Проект координаторы әйтеүенсә, барлыҡ ошо саралар халыҡ сходтарында ҡабул ителгән ҡарарҙар, халыҡтың депутаттарға мөрәжәғәттәре һәм тәҡдимдәре буйынса финанслау исемлегенә индерелгән

Партия алдан тауыш биреүҙең башланыуы тураһында иғлан итеп, һайлау алды осорона аяҡ баҫҡан да инде. «Берҙәм Рәсәй»ҙең кандидаттары ла һайлау алдынан осрашыуҙар ваҡытында һайлаусылар наказын йыя һәм уларҙың үтәлешен контролдә тота.

«Алдан тауыш биреү ҙә — реаль эштәр. Һайлаусыларҙың ҡатнашыусылар менән алдан танышыу, ә алдан тауыш биреү көнөндә, 2018 йылдың 3 июнендә, үҙҙәренә ниндәй кандидат кәрәклеген хәл итеү мөмкинлеге бар», — тип билдәләне партия проекты координаторы.

Читайте нас: