Бөтә ил буйлап почта бүлексәләрендә аҙыҡ-түлек һәм аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙарҙың билдәле бер ассортиментына хаҡтар сауҙа селтәрҙәре менән сағыштырғанда 10-15 процентҡа түбәнерәк буласаҡ.
Улар - бәләкәй ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа һорау айырыуса ҙур булған тауарҙар: кер йыуыу порошоктары, сәй, аҙыҡ-түлек һәм башҡа көндәлек кәрәк-яраҡтар.
Проектта ҡатнашҡан тауарҙарға “ШОК хаҡ” тип яҙылған ҡыҙыл төҫтәге хаҡ күрһәткесе ҡуйылған. Ташламалар тураһында мәғлүмәт шулай уҡ почта элемтәһе бүлексәләрендәге плакаттарҙа ла бар.
Рәсәй почтаһының матбуғат хеҙмәте.