Әлшәй хәбәрҙәре
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2018, 12:50

Коммуналь түләүҙәр ил буйынса уртаса 4 процентҡа артыуы ихтимал

Рәсәйҙә коммуналь түләүҙәр 1 июлдән ил буйынса уртаса 4 процентҡа артыуы ихтимал. Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень «Известия» гәзитенә интервьюла ошондай фараздар килтерҙе.

Рәсәйҙә коммуналь түләүҙәр 1 июлдән ил буйынса уртаса 4 процентҡа артыуы ихтимал. Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень «Известия» гәзитенә интервьюла ошондай фараздар килтерҙе. Уның һүҙҙәренсә, тарифтарҙағы үҙгәрештәрҙе Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт, шул иҫәптән уның һәр субъект биләмәһендәге төбәк вәкиллектәре күҙәтәсәк.

«1 июлдән ил һәм ресурстар буйынса уртаса 4 процент тирәһендә үҫеш булыуы мөмкин, һуңғы 2-3 йылда был тармаҡтағы иң түбән артыуҙарҙың береһе», — тип билдәләне Төҙөлөш министрлығы башлығы.

Башҡортостанда торлаҡ майҙаны һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәргә граждандарҙың иң ҙур рөхсәт ителгән сығымдар өлөшө буйынса төбәк стандарттары раҫланған. Бында ғаиләнең уртаҡ килеме иҫәпкә алына: күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн – 15 процент, пенсия алыусы яңғыҙ йәшәгән 60 йәшлек ирҙәр һәм 55 йәшлек ҡатындар өсөн – 18 процент, башҡа граждандар өсөн 20 процент. Әгәр был категория граждандары өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә түләү артып киткәндә, улар йәшәү урыны буйынса Республика халыҡҡа социаль ярҙам итеү үҙәге филиалдарына һәм бүлектәренә субсидия өсөн мөрәжәғәт итә ала. Бында граждандар субсидияға дәғүә итеү-итмәүҙәрен үҙаллы тикшерә ала.

Читайте нас: