Башҡортостанда йәнә бензинға хаҡтарҙың үҫеше теркәлгән. Атап әйткәндә, яғыулыҡ «Башнефть» компанияһының яғыулыҡ ҡойоу станцияларында ҡыйбатланған. Өҫтәүенә, өс төрө лә артҡан. АИ-92 һәм АИ-92 «Атум» маркалы бензин 30 тингә ҡиммәтләнгән, хәҙер уларҙың хаҡы 37,60 һәм 38,20 һум.
Шул арала, Башстаттың һайланма аҙналыҡ мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, март урталарында Өфөнөң яғыулыҡ ҡойоу станцияларында дизель яғыулығының уртаса хаҡы 40,57 һум тәшкил иткән. АИ-92 маркалы бензиндың бер литрын автоһәүәҫкәрҙәр – 37,52 һумға, АИ-95 – 40,51 һумға, АИ-98 44,49 һумға алған.