Дәүләт Думаһы халыҡҡа ҡоро-һары ағастар йыйыуға хоҡуҡ биргән закон ҡабул итте. Хәҙер һәр кем урмандағы ҡороған ағасты йәки сыбыҡ-сабыҡты бушлай йыя ала. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты Йәмәғәт мониторингы үҙәгенең экология һәм урманды һаҡлау мәсьәләләре буйынса координаторы Дмитрий Миронов һүҙҙәренсә, был закон проекты 2016 йылдың 25 февралендә экология һәм урманды һаҡлау проблемалары буйынса Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты конференцияһы йомғаҡтарына ярашлы Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты эксперттары тәҡдиме нигеҙендә әҙерләнгән.
Халыҡтың эргә-тирәләге урмандарҙа ҡоро-һары йыйыу мәсьәләһен тәүгеләрҙән булып Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк штабындағы «Экология һәм урманды һаҡлау» эшсе төркөмө эксперттары күтәреп сыҡҡайны. 2015 йылдың декабрендә ул республика Башлығына йәмәғәт тәҡдимдәренә индерелде.
Атап әйткәндә, төбәктә ағастар сирләй, уларҙы иҫкәртеүгә бюджет аҡсаһы етмәй. Һуңғы йылдарҙа ҡороған ағастар күбәйҙе.
«Башҡортостан ауылда йәшәгән халыҡ һаны буйынса илдә тәүге урындарҙың береһен биләй. Улар үҙҙәрен утын менән тәьмин итеү һәр саҡ ҡоро-һары йыйған. Шул уҡ ваҡытта урманға файҙа килтергән. Ләкин күпмелер ваҡыттан һуң ҡороған ағастарҙы йығыуға законлы рөхсәт алыу мөкин булмай башланы, — тиелә йәмәғәт тәҡдимдәрендә. — Ауылда йәшәүселәргә законды боҙорға тура килә, сөнки шәхси хужалыҡҡа утын алыу өсөн башҡа ысул юҡ. Ошонан башлана ла инде штраф түләмәү проблемаһы, сөнки халыҡтың аҙ тәьмин ителгән ҡатламы, пенсионерҙар, эшһеҙҙәрҙең түләргә аҡсаһы етмәй».
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаты Заһир Хәкимов һүҙҙәренсә, проблеманың федераль әһәмиәткә эйә булыуы билдәләнгән. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты эскперттары ҡатнашлығында ауыл халҡы өсөн ҡороған ағастарҙы йығыуға ябайлаштырылған рөхсәт биреү программаһын әҙерләргә хәл ителде.
Закон проектының авторҙашы булып Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байҡусҡаров сығыш яһаны.
«Был ауыл ерендә йәшәгәндәр өсөн бик мөһим. Әлеге ваҡытта уларға район үҙәгенә барып, ҡоро-һары әҙерләү буйынса рөхсәт документтарын алыу өсөн күп кенә аҡса сығарып һалырға тура килә», — тип билдәләне депутат.
Парламентарий әйтеүенсә, ҡабул ителгән закон 2019 йылдың 1 ғинуарында үҙ көсөнә инә.